Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апреля 2020, 10:00

Киләһе аҙнала йылы көндәр буласаҡ

Башҡортостанда ял көндәре ямғырлы булһа ла киләһе аҙнала йылы көндәр буласаҡ.

Йәкшәмбе, 19 апрелдә, циклондың тәьҫире кәмей. Урыны менән ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ 10-15 градусҡа тиклем йылы буласаҡ, тип хәбәр итә Башгидромет белгестәре.
Киләһе аҙнаның башында республикала һауа торошо үҙгәрмәй. 21 апрелгә ҡарата йылыта: термометр бағанаһы +20 градусҡаса күтәреләсәк. Ләкин метеорологтар ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы хаҡында ла иҫкәртә.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас