+20 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апреля 2020, 07:55
Өфөлә пластик пропускылар алмаштырыласаҡмы?
Үҙҡурсалау режимы иғлан ителгәс, баш ҡала хакимиәте пластик пропускылар индерҙе. Улар муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, йәшәү тәьминәте предприятиеларында эшләүселәргә, волонтерҙарға, дружинасыларға, журналистарға бирелде. Карточкалар эштән бирелгән белешмә көсөнә эйә булды һәм ҡала буйлап йөрөргә хоҡуҡ бирҙе. 20 апрелдән үҙҡурсалау тағы ла көсәйтеләсәк. Алдан бирелгән ҡағыҙ справкалар башҡа эшләмәйәсәк. Пластик пропуск эйәләре лә хафаға ҡалды. Уларҙы алмаштырыу кәрәкме?
Яңы пропуск режимын индереүгә һәм үҙҡурсалау мәлендә Пасханы байрам итеүгә арналған брифингыла Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов был һорауға аныҡлыҡ индерҙе:
— Өфө хакимиәте һәм муниципалитеттары биргән персональ номерлы пластик пропускылар артабан да ғәмәлдә ҡаласаҡ. Улар буйынса бер нирдәй ҙә үҙгәреш ҡаралмаған.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"