Иң беренсе ҡоролтай ағзаһы булған актив уҡытыусылар тураһында.
“Бөгөн тәүҙә 9-сы Б класы уҡыусылары менән Милли кейем көнөнә бағышланған класс сәғәте үткәрҙем. Артабан бергәләп БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үткәргән асыҡ дәресте ҡараныҡ. Әминә Ивний ҡыҙы башҡорт халҡының милли кейемдәре тураһында матур итеп, ентекле һөйләне һәм бөгөнгө флешмобта ҡатнашырға саҡырҙы. 5-се Б класындағы дәресемде лә ошо темаға арнаным. Уҡыусыларға боронғо кейем өлгөләрен күрһәтеп һөйләнем. Беҙ уҡыусылар менән районда, республикала үткән мәҙәни сараларҙа ла ошо милли кейемдәребеҙҙе кейеп, ғорурланып сығыш яһайбыҙ.Балалар бәләкәйҙән үҙҙәренең милли асылын - кейемдәрен, тарихын, туған телен, мәҙәниәтен белеп үҫһен өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ”, - тине Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина.
Кышлауйылға мәктәбе укытыусыһы,королтай башкарма комитеты ағзаһы:
”Милли кейемдәр кейергә яратам. Улар миңә ышаныс, рух ныҡлығы, дәрт-дарман өҫтәй. Башҡорт халҡының сағыу кейемдәре беҙҙе башҡа милләттәр рәтендә үҙ йөҙөбөҙҙө, үҙ рухыбыҙҙы күрһәтергә мөмкинлек бирә.Милли колорит, ошо стилдәге кейем һәм биҙәүестәр кешенең рухи асылын ғына ла күрһәтеп ҡалмай, минеңсә, был һәр кемдең үҙ-үҙен раҫлау сараһы ла. Береһенән-береһе матурыраҡ, үҙенсәлеклерәк күлдәк һәм тәңкә-сулпылары сыңлап торған елән, камзул кейеп, ҡурай моңдарына ҡушылып бейегәндә үҙемде ысын башҡорт ҡыҙы итеп хис итәм. Шундай мәлдәрҙә күңелемде ғорур халҡым, бай тарихым, моңло туған телем, хозур тәбиғәтле тыуған яғым менән ғорурланыу хистәре сорнап ала. Милли биҙәүестәребеҙгә лә һоҡланып туя алмайым. Селтəр-һаҡалдар, хəситəлəр, муйынсалар, сəс сулпылары. йөҙөктəр, белəҙектəр, алҡа-һырғалар — ысын-ысындан сəнғəт əҫəрҙəре!”- ти милли кейемдәрҙе кейеп, уларға йән өрөүсе Эльмира Фәүзәт ҡыҙы. Күпме йылдар үтмәһен, башҡорт костюмының бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған өлгөләре һаман да үҙенең матурлығы менән һоҡланыдыра. Унда бөтә нәмә гармонияла, уның бөтә өлөштәре берҙәм бөтөнлөктө тәшкил итә.
Оло хормәткә лайыҡ,үҙҙәренең ырыу кейемдәрен тергеҙеүсе ағинәйҙәр хаҡында һүҙем.
Мәмдүнә Ғаян ҡыҙының изге ҡомартҡы итеп һаҡлаған кейемдәре боронғолоғо, үҙенсәлекле тегелеше менән күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, биҙәлеше менән һоҡландыра. Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул! Мәмдүнә апай ҡәҙерләп һаҡлаған 200 йыл элек тегелгән уҡалы камзул үҙе генә ни тора! Баҡтиһәң, был камзул Мәмдүнә апайға бишенсе быуынға сығып ҡарт-ҡарт өләсәһе Хәжәр ағинәйҙән изге ҡомартҡы итеп тапшырылған. Күҙ алдына килтерәйек: Мәмдүнә апай, уның әсәһе Кәримә, уның әсәһе Хәтимә, уның әсәһе Фатима, уның әсәһе Хәжәр.
— Бындай уҡалы камзулды бик етеш йәшәгән, хәлле кешеләр генә кейгән. Уны көндәлек тормошта түгел, ә ҙур тантаналарҙа, байрамдарҙа ғына кейгәндәр. Быуындан-быуынға тапшырылыусы ҡомартҡылар араһында йөҙйәшәр күлдәк тә бар. Ул дүрткөл бала итәкләп 12 һыр менән тегелгән.Был күлдәк миңә йыраҡ туғаныбыҙ Ғәмилә әбейҙән ҡалды. Тағы ла кафтан (камзулдан оҙонораҡ кейем) һәм ике камзул бар. Береһе — тәңкәле, икенсеһе — ябай. Икеһе лә билләп тегелгән. Уларға йылға тулҡындары төшөрөлгән. Былар барыһы ла боронғо ҡыр-танып ырыуы кейемдәре, — тип һөйләне Мәмдүнә апай ҡомартҡы итеп ҡәҙерләп һаҡлаған кейемдәре тураһында.
Бына шулай, һәр башланғысты күтәреп алып, тормошҡа ашырыусы Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы ошо боронғо камзул һәм күлдәк өлгөләре буйынса үҙенә Ҡыр-Танып ырыуы ҡатын-ҡыҙы кейемен тергеҙеп кейгән. Афарин!
«Был минең ҡарт өләсәйем 1881 йылғы Хәйәт Зыязетдин ҡыҙы Шәйәхмәтованың кейемдәре. Минең өләсәйем Асия Фазлыәхмәт ҡыҙы Әүхәҙиева әсәһенең кейемдәрен ҡәҙерләп һаҡлаған. Элек ошо күлдәк, алъяпҡыс, яулыҡты сәхнәлә кейер өсөн гел һорап торалар ине. Өләсәйем аяғына һәр саҡ аҡ оҙон ҡуныслы ойоҡбаш кейә торғайны. Әле минең аяҡтағыһы ла ойоҡбаш, Альфира апай Ҡыямова матур итеп өләсәйемдекенә оҡшатып биҙәкләп бәйләп бирҙе. Был кейемдәр минең өсөн бик ҡәҙерле, өләсәйемдәр төҫө итеп һаҡлайым. Уларҙың тарихын өйрәнәм, башҡа ошондай боронғо кейемдәр менән сағыштырам. Бөгөн — Милли кейем көнөндә мин дә Балыҡсы ырыуы вәкиле булараҡ ҡарт өләсәйемдең кейемдәрен ғорурлыҡ хисе менән кейеп фотоға төштөм”, - ти Урмияҙ ауылы китапханасыһы,район королтайы ағзаһы, әүҙем йәмәғәтсе Маргарита Әүхәҙиева.
Маргарита Рәғил ҡыҙы ғаилә альбомында ҡарт өләсәһенең һеңлеһе менән төшкән фотоһын да ҡәҙерләп һаҡлай.