- Кисә "Инвестсәғәт"тә һөйләшелгән проекттың - беҙҙә "Кировец" тракторҙарын йыйыу һәм ремонтлау буйынса предприятие урынлаштырыуҙың актив фазаһына күсәбеҙ. Эре инвестор беҙҙең гарантияларҙы ҡабул итеп, Сургуттан Башҡортостанға заводты күсерергә ризалашты. Производство базаһы итеп Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылы һайланды. Беҙ уға газ һәм һыу үткәреү менән ярҙам итербеҙ. Ауыл хужалығы үҫешкән беҙҙең төбәктә тракторҙар һатыу баҙары ҙур перспективаға эйә. 2024 йылға предприятиела беҙҙең кешеләргә һәм Сургут вахтасыларына 70 эш урыны булдырыласаҡ.