Республиканың ауыл хужалығы министрлығы “Агростартап” грантына конкурста ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итә. Грант фермер хужалыҡтарына республика ҡаҙнаһынан бығаса дәүләт ярҙамы алмағандарға сығымдарын ҡаплатыу өсөн бирелә. Ул “Кесе, урта һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам” милли проектына ярашлы башҡарыла. Заявкалар 27 апрелдән 8 майға тиклем Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресы буйынса ҡабул ителә.