Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апреля 2020, 19:41

Өләсәһе ейәнен үлтереүҙә ғәйепләнә

14 апрелдә Өфө ҡалаһында Ш.Руставели урамындағы йорттарҙың береһендә ғаиләләге низағтың аҙағы насар тамамланған.

Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, пенсионер ҡатын оло ҡыҙы менән табын ҡороп, шаулашып ултырған. 20 йәшлек ейәненә уларҙың тәртибе оҡшамаған. Ул әсәһе һәм өләсәһе менән һүҙгә килешкән. Шул саҡ өләсәһе өҫтәлдә ятҡан бысаҡты алып, ейәненең түшенә сәнскән. Егет фатирҙа уҡ йән биргән.
Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Егетте үлтереүҙә ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Подозреваемая задержана, с ней проводятся следственные действия.
Фото:Яндекс.
Читайте нас