Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апреля 2020, 21:28

Башҡортостанда бер төн эсендә ике кеше янып үлгән

Башҡортостан Республикаһы буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының мәғлүмәт үҙәге хәбәр итеүенсә, янғын 56 һәм 37 йәшлек ирҙәрҙең ғүмерен өҙгән.

Башҡортостанда бер төн эсендә ике урында янғын ике кешенең ғүмерен өҙгән. Уларҙың береһе Белорет районының Мәйгәшле ауылында булған. Төнгө 11 тирәһендә Эшселәр урамында ағас йорт янып китә. Янғын һүндереүселәр ялҡынды ауыҙлыҡлағандан һуң йорт эсендә 56 йәшлек ирҙең кәүҙәһен таба.
Икенсе янғын төнгө 4 самаһында Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында теркәлгән. Бында ла Матросов урамында ағас йорт янып китә. Янғын һүндереүселәр егерме минут эсендә ялҡындың эшен туҡтата, әммә 37 йәшлек ирҙең ғүмерен ҡотҡарып өлгөрмәй.
Әлеге ваҡытта эксперттар был осраҡтарҙың сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: pexels.com
Читайте нас