Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апреля 2020, 06:35

Путиндың һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек

Президенттың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһен хәтерләйһегеҙме? Уның байтаҡ өлөшө Конституцияға төҙәтмәләр индереүгә арналғайны. Шунан башланды ҡыҙыу эштәр.

Ил башлығының сығышын иҫкә төшөрәйек әле.
Владимир Путин былай тигәйне: ”...Яңыртыуҙар сәйәси системаны, башҡарма, ҡануниәт, суд органдарының эшмәкәрлеген үҙгәртәсәк. Бында тәҡдим ителгән төҙәтмәләр буйынса Рәсәй халҡының тауыш биреүе мотлаҡ. Шуның һөҙөмтәләре буйынса ғына һуңғы ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Беҙҙең граждандарҙың фекере хәл иткес булырға тейеш. Беҙ көслө, заманса, имен Рәсәйҙе халыҡ фекерен ихтирам иткәндә һәм уға таянғанда ғына төҙөй аласаҡбыҙ...”
22 апрелдә беҙ тауыш биреү үткәрергә тейеш инек. Әммә бөгөнгө шарттарҙы иҫәпкә алып, ул күсерелде. Әлегә билдәһеҙ ваҡытҡа. Әммә был сәйәси сара мотлаҡ буласаҡ.
Фото: РИА-Новости.
Читайте нас