«Бөгөндән башлап Стәрлетамаҡ ҡалаһында лаборатрия асыла, аҙна аҙағына ҡарай — Белорет ҡалаһында. География ла киңәйә, биоөлгөләрҙе алып барып еткереү тиҙлеге лә арта”, – тине бөгөнгө брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Башҡортостанда коронавирус инфекцияһына бөтәһе 24881 анализ алынған. Тәүлегенә яҡынса 1900 медицина тикшереүе үткәрелә.
Эпидемиология һәм гиена үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, ОРВИ билдәләре менән һау-сәләмәт кешеләрҙе тикшереү ҙә яйға һалынған. Бөгөнгө көндә 2500 – 2600 самаһы ошондай медицина анализдары алынһа, шул иҫәптән пневмонияға 1200 кеше тикшереү үткән.