Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апреля 2020, 08:35

Башлыҡ яңы ярҙамсы алды

Бер нисә аҙна элек БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе эштән киткәйне. Хәҙер ул яңы вазифаға тәғәйенләнде.

Тимур Мөхәмәтйәнов - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамсыһы. Ул транспорт һәм юл инфраструктураһы, төҙөлөш, төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫешенә булышлыҡ итеүгә яуаплы.
Тимур Рәфис улы Күмертауҙа тыуған. Бер нисә юғары белеме бар. Хеҙмәт юлын РФ Төбәктәр үҫеше министрлығында 1-се разрядлы белгес булып башлаған. Артабан карьера баҫҡысынан күтәрелгән.
В 2017–2020 йылдарҙа БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе булып эшләне. Яңы вазифаһы ла бик яуаплы, уңыштар теләйек.
Фото: vk.com
Читайте нас