Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апреля 2020, 18:29

Юл фажиғәләре - 12-13 апрель

12 апрелдә республикала дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, ун бер кеше йәрәхәтләнгән.

Төш мәлендә Өфөлә, Маршал Жуков менән Баязит Бикбай урамдары сатында, "Hyundai IX-35" менән "Лада Приора" бәрелешкән.
Аварияла "Лада"ның 33 йәшлек водителе, ике сабый һәм 60 йәшлек ҡатын төрлө травмалар алған. Шулай уҡ "Hyundai"-ҙың да 49 йәшлек пассажиры яраланған.
13 апрелдә туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 11 кеше травмалар алған.

Иртән Кушнаренко районында билдәһеҙ водитель ВАЗ-2106 машинаһын түңкәргән дә, ҡасҡан. 14 йәшлек пассажир ҡыҙ шунда уҡ йән биргән.

Машинаны ауҙарған водитель эҙләп табылған: яраланған 18 йәшлек егет өйөндә иҫһеҙ ятҡан. Уны дауаханаға һалғандар. Егеттең водитель танытмаһы юҡ. Был авария буйынса ла тикшереү бара.
Фото: "Фейсбук"тан.
Читайте нас