Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апреля 2020, 17:36

Юл фажиғәләре - 10-11 апрель

10 апрелдә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, туғыҙ кеше травмалар алған.

Төндә Миәкә районында 23 йәшлек егет ВАЗ-2112 машинаһында атҡа барып бәрелгән.
Аварияла 29 йәшлек пассажир егеттең ғүмере ҡыйылған.
Водитель менән ике пассажир ҡыҙ яраланған.
Ат та үлгән.
Тәүлек эсендә 39 иҫерек водитель тотолған.
11 апрелдә юлдарҙа туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кеше һәләк булған, туғыҙ кеше травмалар алған.
Таң менән Мәләүез районында, Нордовка ауылында, 31 йәшлек водитель ВАЗ-2106 машинаһында йөк машинаһының таҡмаһына һуғылған. Аварияла ауыр яралар алған водитель дауаханала йән биргән.
Кисен Мәсетле районында, Теләш ауылында, билдәһеҙ водитель 46 йәшлек ирҙе үлемесле тапай.
Авария урынын ташлап ҡасҡан водителде эҙләп тапҡандар: 35 йәшлек ауылдашы "Chevrolet Lanos" машинаһында магазинға спиртлы эсемлектәр артынан китеп барғанда иҫерек булған.
Тәүлек эсендә 64 иҫерек водитель тотолған.
Фото: "Фейсбук"тан.
Читайте нас