Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апреля 2020, 17:25

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына – 100 йәш

Ришат Сәлих улы Исмәғилев – Брест ҡәлғәһен обороналауҙа ҡатнашып, бер быуатлыҡ ғүмер байрамын бәхетле ҡартлыҡта лайыҡлы ҡаршылаған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе.

1940 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, Брест ҡәлғәһендәге 455-се элемтә полкында радист булып хеҙмәт итә яугир. Уларға тәүгеләрҙән булып дошмандың һөжүмен кире ҡағырға тура килә. 1942 йылда һалдат ауыр яралана.
Кушнаренко педучилищеһын, Уҡытыусылар институтын ( Башҡорт дәүләт педагогия институты) тамамлай. Оҙаҡ йылдар Нуриман районының Байгилде мәктәбе директоры булып эшләй. Ауылда яңы мәктәп, интернат төҙөтә. Тырыш, фиҙакәр хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме менән баһалана.
Ҡатыны Сәрүә Ғәзиз ҡыҙы менән алты балаға ғүмер бирәләр. Барыһы ла уҡытыусылар династияһын дауам итә: дүрт улы ла фән докторҙары, профессорҙар, ҡыҙы - фән кандидаты, бер улы - Нуриман районының Байгилде мәктәбе директоры. Исмәғилевтар бына шундай дан ғаилә!
Читайте нас