Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апреля 2020, 08:39

“Юлдаш” радиоһында – Еңеү йырҙары

Беҙҙең илдә һуғыш афәте ҡағылмаған ғаиләләр юҡ тиерлек. Шуға ла 9 Май – миллиондарҙы урамға алып сығып, Үлемһеҙ полкка теҙер көскә эйә халыҡ байрамы. Бер үк ваҡытта ҡайғы һәм шатлыҡ йәштәре менән һуғарылған был көндө йырҙарһыҙ күҙ алдына килтереүе ауыр. Ә улар беҙҙә күп, тип маҡтана алмайбыҙ. Шуға ла халыҡсан радио ижадсыларға мөрәжәғәт итә.

1 апрелдән 9 майғаса ”Юлдаш” радиоһында Еңеү йырҙарына бәйге уҙа. Беҙ был эште февраль айында уҡ башланыҡ, хәҙер йырҙарҙы ҡабул итеү, туплау этабына күстек. Конкурстың маҡсаттары – аяуһыҙ дошманды еңгән халыҡтың батырлығын данлау, хәҙерге ижадсыларҙы хәрби-патриотик темаға мөрәжәғәт итергә өндәү, йәш быуында ата-бабалар рухына, илдең хәрби үткәненә ҡарата ихтирам уятыу һәм, әлбиттә, радио фондын хәрби тематикалы йырҙар менән тулыландырыу.

Конкурс асыҡ, унда профессиональ йырсылар, композиторҙар, шағирҙар ҙа, үҙешмәкәрҙәр ҙә ҡатнаша ала. Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнә. Еңеүселәрҙе эксперт комиссияһы һайлап һала. Профессиональ композитор йыры, үҙешмәкәр автор йыры, иң яҡшы башҡарыусы ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнәсәк. Жанр талаптарына яуап биргән, башҡарыу кимәле яҡшы, темаға тура килгән йырҙар һайлап алынып эфирҙа яңғыратыла, социаль селтәрҙәге биттәргә ҡуйыла. Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәрҙән заявкалар 1 майғаса электрон почтаға ҡабул ителә. Адресы – uldash@tv-rb.ru Уларҙан йырҙан тыш, үҙҙәре тураһында мәғлүмәт, музыкаль әҫәрҙе телерадиоэфирҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡулланыу хоҡуғы биргән рөхсәт хаты талап ителә. Бәйге һөҙөмтәләре 9 майҙа “Юлдаш” радиоһында тура эфирҙа иғлан ителәсәк.

Хөрмәтле ижадсылар, Бөйөк Еңеүҙе бергәләп данлайыҡ, һеҙҙән йөрәктәрҙе тетрәндерер илһамлы йырҙар көтәбеҙ. Беҙ бергә!


Фото: Т.Аманов
Читайте нас