Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апреля 2020, 05:55

Владимир Путиндың һаулығы һәйбәт, әммә ул һағына...

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков етәксеһенең хәл-торошо тураһында һөйләгән.

Беләһегеҙ, әле бөтөнөбөҙ ҙә ҡурсаланып өйҙә ултырырға тейеш. Әлбиттә, ҡайһы берҙәребеҙ эшкә йөрөргә лә мәжбүр. Күптәр ситтән тороп, йәғни интернет мөмкинлектәрен файҙаланып эшләй.

Владимир Путин да үткән аҙнала барлыҡ осрашыуҙарҙы экран аша ғына үткәрҙе. Унан алда Мәскәүҙең коронавирус сирлеләре күпләп ятҡан Коммунарка дауаханаһына барып, хәл-ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтҡайны.

Быға тиклем (ошо вирус мәхшәре башланмаҫ элек) Путин гел кеше араһында булды. Әле Кремлдә, әле Ново-Огаревола, әле генә илдең бер осонда, әле сит илдә, тигәндәй. Хәҙер ултыр инде мониторға текләп...

Коронавирус пандемияһы арҡаһындағы сикләүҙәр шарттарында Владимир Путин кеше менән йәнле аралашыуҙы һағынды”, - тип белдерҙе уның матбуғат секретары Песков әфәнде Рәсәй-1 телеканалына биргән интервьюһында.

Уның өсөн кеше менән аралашыу эшендәге иң мөһим нәмә. Шунан ғына ул ысынбарлыҡты күҙ алдына килтерә”, - тине секретарь.

Шулай ҙа ил башлығы тығыҙ графикта эшләүен дауам итә. Әлбиттә, хәл-торошто иҫәпкә алып, хатта көсөргәнешле эшләй.

Путин тағы бер аҙна самаһы дистанцион форматта эшләүе ихтимал. Һағыныуына түҙһен инде бер аҙ...

Фото: Кремлин.ру.

Читайте нас