“Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се дауаханаһында 14 көнгә карантин буйынса баш санитар табиптың күрһәтмәһе бар. Бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә иҫкәртелде. Тейешле саралар үткәрелә, медицина ярҙамы күрһәтелә. Унда ауырыусылар һаны күп түгел. Артабан был дауахананы COVID-госпиталгә әйләндерергә уйлайбыҙ”, – тине ул. Уның әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәр һәм пациенттар өсөн туҡланыу дауахана көсө менән ойошторолған. Артабан иһә был мәсьәлә хәл ителәсәк.