Эпидемиологик хәлгә бәйле, республика халҡы күпләп битлектәр һәм гигиена салфеткалары менән бирсәткәләр ҡуллана башланы. Билдәле булыуынса, битлекте ике сәғәт ҡулланағандан һуң, сүплеккә ырғытырға кәрәк. Сүп-сар контейнерҙарына көн һайын кеше өсөн хәүефле булыу ихтималлығы көслө булған гигиена әйберҙәре эләгә. Роспотребнадзор иҫкәртеүенсә, ҡулланылған медицина битлеген өй шарттарында сүп биҙрәһенә ырғытыр алдынан, айырым полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, яҡшы итеп ябырға кәрәк. Резина бирсәткәләрҙе лә шулай уҡ ҡапсыҡҡа һалып ҡына ташларға ҡушалар. Ә күп ҡулланылышлы битлектәрҙе, белеүегеҙсә, яҡшы итеп йыуырға һәм үтекләргә мөмкин.