Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апреля 2020, 07:55

НХЛ-да 31 Рәсәй хоккейсыһы уйнай

Хоккей буйынса НХЛ-дың 11 клубында Рәсәйҙән бөтөнләй уйнаусы хоккейсылар юҡ.

Әлеге ваҡытта океан арьяғында беҙҙең 35 уйынсы бәхетен һынаған һүрәттә лә, «Анахайм Дак»с, «Баффало Сэйбр»з, «Бостон Брюин»з, «Ванкувер Кэнакс», «Детройт Ред Уингз», «Калгари Флэймз», «Миннесота Уайлд», «Монреаль Канадиен»с, «Нэшвил Предаторз», «Чикаго Блэкхокс» һәм «Эдмонтон Ойлерз» кеүек клубтарҙа уйнаусылар юҡ. Ә бына ҡалған 20 командала 21 һөжүмсе, 8 һаҡсы һәм 6 ҡапҡасы уйнай. Иң күбе «Вашингтон» менән «Нью-Йорк Рейнджерс» клубында. Унда икеһендә лә дүртәр хоккейсы сығыш яһай. «Даллас», «Колорадо» һәм «Тампа»ла – өсәр булһа, «Оттава», «Сент-Луис» менән «Флорида» командаларында – ике, ҡалған 11 клубта берәр уйынсы көсөн һынай.
Фото:ТАСС
Читайте нас