Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апреля 2020, 13:40

Афарин, "Бөрйән ирекмәндәре"!

"Бөрйән ирекмәндәре" төркөмө яңғыҙ йәшәгән инәй-бабайҙарға, мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеү йәһәтенән эш башланы. Кисә, 10 апрель көнө, улар Ғәлиәкбәр ауыл биләмәһендә аҙыҡ - түлек пакеттарын тапшырып сыҡты. Был йүнәлештә эштәр артабан да дауам итәсәк", - тип хәбәр итә "Бәйләнеш"тәге "Бөрйәндәр" төркөмө.


Ирекмәндәр һәр ауылға йөрөп, пакеттарҙы тапшырып сығасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Бөрйән ирекмәндәре” төркөмө яңғыҙ йәшәгән оло инәй-бабайҙарға, ярҙамға мохтаж булған ғаиләләргә ярҙам күрһәтәсәк. Аптекаға, аҙыҡ-түлек магазиндарына барыу мөмкинселегегеҙ юҡ икән, волонтерҙар был эште һеҙҙең өсөн башҡарырға әҙер. Был йүнәлештә әҙерлек курстары үткән ирекмәндәр эшләйәсәк. Бының өсөн түбәндәге телефон һандарына мөрәжәғәт итергә мөмкин: 89276351211 89378305890
Фото: Т.Аманов
Читайте нас