Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апреля 2020, 13:10

Сәләмәт һәм оҙаҡ йәшәүҙе дүрт фактор менән дә иҫәпләп була икән

40 йәштән өлкән кешеләрҙә хроник сирҙәр аҙыуы уларҙың йәшәү рәүешенә бәйле. Насар ғәҙәттәре күпме, сәләмәт тормош алып барамы, йүгереп йөрөймө, лапайып ултырамы, физик эш эшләйме һ.б.

Европа ғалимдары тикшергән. Тәжрибәләрҙә 116 мең кеше ҡатнашҡан. Дүрт фактор иҫәпкә алынған: кәүҙә ауырлығы, тәмәке тартыу, алкоголь ҡулланыу, физик әүҙемлек.

Һәр береһенә нулдән алып икегә тиклем мәрәй ҡуйылған. Бәйлелегең ни тиклем ҙур, мәрәй ҙә шулай. Мәҫәлән, кеше тәмәке тартһа – ике мәрәй, ташлаһа – бер, тартмаһа – нуль. Артыҡ ауырлығы булһа – ике, ябыға башлаһа – бер, ябыҡ булһа – нуль.

Шулай уҡ кешенең хроник сирһеҙ нисә йыл йәшәүе лә иҫәпкә алынған. Нисә йыл ауырымайһығыҙ, беләһегеҙме?

Артабан мәрәйҙәрен ҡушҡандар. Һөҙөмтәлә, ябыҡтар һәм тәмәке тартмаусылар, алкоголде самалап ҡына төшөрөүселәр, физик әүҙемдәр артыҡ ауырымай-һыҙланмай ғына 70 йәштән дә оҙағыраҡ йәшәүҙәре асыҡланған. Бына бит нисек, ә?! Аңлағанһығыҙҙыр...

Фото: BBCnews.

Читайте нас