Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апреля 2020, 17:25

Белоретта йәшәүселәр уҫал бесәйҙән ҡурҡҡан

Улар аптырағандан хатта ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән. Сайтта: ⏬


Бер йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, эйәһеҙ мырау подъезға тәүгә генә инмәй. Быға тиклем уны ҡыуып сығара торғандар, тик быныһында инде бесәй баҫҡыс аҫтына инеп киткән. Ыҫылдаған һәм тешләшергә-тырнашырға ынтылған януарға кешеләр тейергә ҡурҡҡан.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына килеп, бесәйҙе эләктереп, тоҡҡа һалған һәм приютҡа оҙатҡан. Ундағылар "хулиганды" ветеринарға күрһәтәбеҙ тигәндәр.
Фото: автор

Читайте нас