Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апреля 2020, 17:43

Аҙыҡ-түлеккә көндән-көн хаҡ арта, һиҙҙегеҙме?

Ҡайһы бер райондарҙа 50 килолыҡ бер тоҡ он өсөн 1600 һум һорайҙар!


“Руспродсоюз” директоры Дмитрий Востриков аҙыҡ-түлеккә 5-20 процентҡа хаҡтар артыуы тураһында белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, Федераль антимонополия хеҙмәте был инициативаны хуплаған.

Эре аҙыҡ-түлек ташыусыларҙың импорт тауарҙары, атап әйткәндә, сәй, какао, кофе, консерва аҙыҡтары 20 процентҡа артҡан.

Макарон изделиелары 5-15 процентҡа ҡыйбатланған.

Шулай уҡ, икмәк 5-7 процентҡа ҡиммәтләнгән, сөнки Рәсәй ашлыҡ союзы вице-президенты Александр Корбут, транспорт хеҙмәтенә сығымдар кинәт артты, тип белдергән. Ошо сәбәпле ондан һәм ашлыҡтан яһалған продукциялар ҡыйбатлана, етмәһә һатыусы үҙенең процентын өҫтәй.

Берәмләп һатыу компаниялары ассоциацияһы социаль мөһим продукттарға хаҡты "теҙгендә" тоторға тырышасаҡбыҙ, тигән.
Читайте нас