Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апреля 2020, 05:35

Владимир Путин кәңәшмәләрҙе видеоконференция рәүешендә уҙғара

Президент илдең яғыулыҡ-энергетика тармағы үҫеше һәм бөгөнгө шарттарҙа ошо тармаҡтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе.

Ил башлығы белдереүенсә, донъя энергетика баҙарында хәлдәр шәптән түгел. Яңы коронавирус эпидемияһы глобаль иҡтисадҡа кире йоғонто яһаны. Энергия ресурстары менән дә шул уҡ хәл. Был тармаҡтағы проблемалар иһә тағы ла әллә күпме өлкәгә күсә.

Владимир Путин, нефть темаһына бәйле хәлдәрҙе лә иҫкә төшөрөп, был тәңгәлдә көстәрҙе берләштерергә тәҡдим итте.

- Будем смотреть, анализировать ситуацию. Наша ключевая задача – долгосрочная стабильность рынка в интересах как производителей, так потребителей. И конечно, обеспечение устойчивости и дальнейшего развития нашей, российской нефтяной промышленности, нашего, российского ТЭКа как одной изважнейших отраслей национальной экономики, - тине Президент.

Хәҙер беҙҙекеләр, партнерҙар менән бергәләп, ҡайһы юлдан барырға кәрәклеге хаҡында фекер алышырға тейеш.

Фото: Кремлин.ру.

Читайте нас