Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апреля 2020, 07:33

Сит илдә ҡалған Рәсәй граждандарына социаль ярҙам күрһәтелә

Рәсәй Хөкүмәте сит илдә ҡалған Рәсәй граждандарына ярҙам күрһәтеү тәртибен билдәләне.

Был хаҡтағы документ рәсми сайтта баҫылған. Уның буйынса, ололарға тәүлегенә 2400 һум, балаларға 1600 һум аҡса түләнә.
Был ярҙамды алыу өсөн Рәсәй Федерацияһы гражданины дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең берҙәм порталында ғаризаның электрон формаһын тултырырға тейеш. Яуаплы ведомстволар документта күрһәтелгән мәғлүмәтте тикшергәндән һуң, рәсми комиссия социаль ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Аҡсаны 24 сәғәт эсендә күсереү планлаштырыла. Граждандар ғаризала Рәсәй авиакомпанияһының ниндәй булһа ла рейсы менән осорға әҙер булыуы тураһында хәбәр итергә тейеш. Баш тартҡан осраҡта уға һәм уның ғаиләһенә социаль ярҙам күрһәтеү туҡтатыла.
Фото:Яндекс.
Читайте нас