Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апреля 2020, 18:05

Кешене өмөт йәшәтә

Өмөтө менән кеше – әҙәм, өмөтһөҙ – шайтан. Күңелендә өмөтө булғандың киләсәге, көтөрө бар.Өмөт юлға ҡуҙғата, өмөт йылдар уҙғарта.Өмөт күңелде йылытып тора: килер бәхетең булып, изге хәбәр-хат булып, осрашыр һөйгәнең, ҡәҙерлең булып, етер байрам, шатлыҡ булып, отор билет-һөйөнөс булып.Һәр кемдең өмөтө үҙенсә. Һәр кем күңелен һәр саҡ ниҙер йылытып торорға тейеш: ҡояш нуры, өй йылыһы, асыҡ сырай,балаң йылмайыуы, йыр- моң тауышы, йылы хәтирәләр, оло өмөттәр. Һәр кем күңелен һәр саҡ ниҙер яҡтыртып торорға тейеш: яҡты уйҙар, алсаҡ йөҙҙәр, сағыу моңдар, һөйгәнеңдең күҙ нуры. Шунһыҙ кешегә йәшәү ҡыйын. Өмөт йөрөтә кешене, өмөт йәшәтә кешене.Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.

Өмөтө менән кеше – әҙәм, өмөтһөҙ – шайтан. Күңелендә өмөтө булғандың киләсәге, көтөрө бар.
Өмөт юлға ҡуҙғата, өмөт йылдар уҙғарта.
Өмөт күңелде йылытып тора: килер бәхетең булып, изге хәбәр-хат булып, осрашыр һөйгәнең, ҡәҙерлең булып, етер байрам, шатлыҡ булып, отор билет-һөйөнөс булып.
Һәр кемдең өмөтө үҙенсә.
Һәр кем күңелен һәр саҡ ниҙер йылытып торорға тейеш: ҡояш нуры, өй йылыһы, асыҡ сырай,балаң йылмайыуы, йыр- моң тауышы, йылы хәтирәләр, оло өмөттәр.
Һәр кем күңелен һәр саҡ ниҙер яҡтыртып торорға тейеш: яҡты уйҙар, алсаҡ йөҙҙәр, сағыу моңдар, һөйгәнеңдең күҙ нуры.
Шунһыҙ кешегә йәшәү ҡыйын. Өмөт йөрөтә кешене, өмөт йәшәтә кешене.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.
Фото: wallbox.ru
Читайте нас