24 апрель - ураҙаның тәүге көнө, 23 май - һуңғыһы. 23 апрелдә мосолмандар тәүге тәүәрих намаҙын уҡырға тейеш, ә 24 май - Ураҙа байрамы.
Белеүегеҙсә, карантин 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Билдәле диндарҙар, мосолмандарҙы етәкселек ҡабул иткән сараларҙы боҙмаҫҡа, тәрәүих намаҙҙарын өй шарттарында уҡырға саҡыра. Шулай уҡ күп кеше йыйып, йәмәғәт ифтар мәжлестәрен ойоштороуҙан да баш тартырға ҡушалар.
БР Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин 2 апрелдә "Үҙизоляция режимында тауыш көсәйткестәр аша халыҡты намаҙға саҡырыу" тураһында ҡарар ҡабул итте. Документҡа ярашлы, дежур имам һәм мәзиндәр көнөнә биш тапҡыр намаҙға саҡырырға, тик "хәййә-ғәләс сәлаһ" ( "ашығығыҙ намаҙға") урынына "саллү фибүйәтикүм" ("намаҙҙы йортоғоҙҙа уҡығыҙ") тип әйтергә тейеш.