Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апреля 2020, 13:30

Коронавирус хөрмәтенә сабыйҙарына Ковид исеме ҡушҡандар

Коронавирус ил сиктәрен япты, ярты донъяны баҫып алды, улым да уның күек ғәйрәтле булһын, тигән атаһы.

Новокузнецкиҙа яңы тыуған балаға, коронавирус хөрмәтенә, Ковид исеме ҡушҡандар.
Пандемия ваҡытында коронавирус тураһындағы мәғлүмәттәр бик күптәрҙе борсоуға һалды. Новокузнецкиҙа йәшәүсе бер йәш ғаилә халыҡты күңелле яңылыҡ менән һөйөндөрөргә булған, ахыры.
Беренсе сабыйҙарын улар яңы коронавирус хөрмәтенә Ковид тип атаған. Йәштәрҙең әйтеүенсә, был исем яңғырай, көслө һәм үҙенсәлекле.
Фото: google.com
Читайте нас