Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апреля 2020, 22:25

Бәхет сере нимәлә?

Бәхет тойғоһо кисереп йәшәгеҙ.

Күп кешенең трагедияһы шунда: ул бәхетте ситтән эҙләй. Тик бәхет бер ҡасан да ситтә булмай. Ул һәр саҡ кешенең эргәһендә, дөрөҫө, уның эсендә, күңелендә. Әгәр һин эргәңдәге донъяға ҡыуана белмәйһең икән, әгәр һин булғанына ҡәнәғәт түгелһең икән,тимәк, күңелеңдә тыныслыҡ юҡ. Һин сит донъяны күреп кенә ҡыуаныс та, ҡәнәғәтлек тә кисермәҫһең– күңел тыныслығы тапмаҫһың. Бәхет эҙләп сәйәхәт ҡылыусы – иң бәхетһеҙ кеше.
Наил ҒӘЙЕТБАЙ.
Фото: naran.ru
Читайте нас