Сыйырсыҡтар ояларына бик һайлансыҡтар. Йылы яҡтан ҡайтҡас, улар төйәк итә торған урын аулаҡта торорға һәм бик сағыу булмаҫҡа тейеш. Ояла икенсе ҡоштар йәшәп киткән булһа ла, улар ояламаясаҡ. Шуға ла “өйҙәрен” йыл да таҙаларға кәрәк. Сыйырсыҡ ояһы көньяҡҡа ҡаратып ҡуйыла. Ауышып торһа ла, ҡоштар был урынға эйәләшеп, бала сығармаясаҡтар. Буялған сыйырсыҡ ояһына ла улар килмәй.