Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апреля 2020, 07:00

Өлкән йәштәгеләр иғтибар үҙәгендә

Баймаҡ районы эшҡыуары Илсур Нәбиуллин райондың барлыҡ ветерандарына ярҙам күрһәткән.

Оло йөрәкле эшҡыуар өлкән йәштәгеләрҙең һәр береһен аҙыҡ-түлек, өй кәрәк-яраҡтары менән тәьмин иткән.
Изоляция ваҡытында өлкән йәштәгеләргә бигерәк тә ҡыйын, коронавирус инфекцияһынан тәү сиратта улар зыян күреүе ихтимал. Шуға ла ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, ветерандарға күңел йылыһын өләшеү, беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе булырға тейеш, ти Илсур.
Фото: И. Нәбиуллин
Читайте нас