Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, элекке бәлиғ булмаған концлагерҙар тотҡондарына – 25 мең, тыл ветерандарына, һуғышта һәләк булған һәм вафат булған ветерандарҙың ғаилә ағзаларына - 5 мең түләнәсәк.Был аҡсалар апрель,май айҙарында пенсия менән бергә биреләсәк.
Республикала әлеге көндә 738 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 285 һуғыш инвалиды, 99 концлагерҙар тотҡоно, 98 Ленинград блокадаһында булыусы, 20 320 тыл ветераны һәм 7 912 ветерандың ғаилә ағзаһы иҫәпләнә.