Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апреля 2020, 11:57

Сит илдә беҙҙең туристар һаман да бар

2 апрелгә ҡарата беҙҙең республиканан 335 кеше сит илдә ҡала. Улар араһында 22 бала ла бар.

БР Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡовтың белдереүенсә, яҡташтарыбыҙға ҡайтыу мәсьәләһен хәл итеү буйынса ҙур ярҙам күрһәтелә. Тайланд, Бали утрауы, Һиндостандан (Дели) граждандарҙы ҡайтарыу ҡатмарлыраҡ. Рим эргәһендә “Коста- Виктория” лайнерында ҡалған Башҡортостан граждандары ла 14 көн карантинда ултырғандан һуң ғына караптан сығарыласаҡ.
Сит илдәрҙә үҙ аллы сәйәхәт итеүселәр ҙә күп. Республика улар хаҡында хәбәрҙәр түгел. БР Туризм буйынса дәүләт комитеты был граждандар тураһында 8800- 505- 94 - 56 телефондарына хәбәр итеүҙе һорай.
Фото: 2016.life
Читайте нас