Унда совет заманындаҡы “Краков колбасаһы” етештерелә. Әлегә уның тәүге партияһы ғына сығарылған. Артабан башҡа деликатестар һәм ыҫланған кобасаның бер нисә төрөн етештереү планлаштырыла.
Денис Йосопов былтыр килем килтереүсе проекттар программаһы буйынса грант отҡан һәм шуны уңышлы файҙаланған. Йәш эшҡыуарҙың проектының дөйөм суммаһы 3,3 млн һум тәшкил иткән. Шуның 300 меңе – үҙенең шәхси аҡсаһы. Ул тәүҙә иттән ярымфабрикаттар етештереү буйынса цех аса, һуңынан иһә ыҫлау ҡорамалы һатып ала.
Әлегә кооператив етештергән колбасалар Салауат районында ғына һатыла. Һуңынан иһә уның сиктәрен киңәйтеү күҙаллана.