Юҡ, коронавирус түгел, ҡурҡмағыҙ. Бары тик билдәле башҡорт бейеүсеһе март аҙағында бәләгә тарыған - аяғын һындырған. Шуға ла ул үҙен, оҙайлы ваҡытта карантиндамын, ти. Һылыу, ҡыйыу һәм талантлы ҡыҙ үтә рухлы ла икән, һынауҙарға ла бирешә торған түгел. Аяғы гипста булһа ла карантинда ултырыусы милләттәштәренә бейеү буйынса онлайн-дәрестәр үткәрә.