Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апреля 2020, 11:59

Дистанцион белем биреү тағы ике аҙнаға оҙайтылды

Был хаҡта БР мәғариф министрлығы ойошторған брифингта билдәле булды.

БР-ҙың мәғариф министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, балаларға иң кәмендә тағы ике аҙна ситтән тороп белем алырға тура киләсәк.
"Төбәктә генә түгел, тотош илдә хәл ауыр. Коронавирус арҡаһында дистанцион белем биреүҙе оҙайтырға тура килә. Әгәр ҙә хәл яҡшыға үҙгәрә башлаһа, шунда уҡ ғәҙәти уҡыу режимына әйләнеп ҡайтырбыҙ", - тине ул.
Республикала 1318 мәктәп, унда сама менән 500 мең бала белем ала.
Читайте нас