Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апреля 2020, 06:10

Владимир Путин банктар эше менән ҡыҙыҡһына

Рәсәй Президенты "ВЭБ.РФ" дәүләт үҫеш корпорацияһы рәйесе Игорь Шувалов менән осрашты. Төп тема - банктың эшмәкәрлеге. Бөгөн аҡса һанау көнүҙәк мәсьәлә.

"Внешэкономбанк" банк ҡына түгел, ә үрҙә әйтелгәнсә, үҫеш корпорацияһы. Шулай булғас, уның эш маҡсаттары ла икенсе төрлөрәк булырға тейеш. Рәсәй етәксеһе Шуваловтан был учреждениеның милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа нисек ҡатнашыуын да белеште.
Әйткәндәй, Игорь Шувалов банкты ҡабул итеп алғанда, уның хәле әллә ни шәптән булмаған. Хәҙер иһә эштәр бара шикелле. Һөйләүҙәренә ҡарағанда.
"ВЭБ.РФ" Һаҡлыҡ банкы, ВТБ, Газпромбанк кеүектәр менән партнер булып эшләй. Ҙур проекттарҙы бергә ғәмәлгә ашыралар.
- Милли проекттар маҡсаттарына өлгәшкәндә, Рәсәй ғаиләләренең тормошон үҙгәртер ине - лайыҡлы, уңайлы, дәғүәселеккә һәләтле итеп, - тине Шувалов әфәнде. Президент, әлбиттә, уның менән килешә. Тик милли проекттарға ярашлы ҡуйылған маҡсаттар ҙа бик ҙур бит әле ул. Көрсөктәр булмаһа, бәлки, яҡшы күрһәткестәр үҙен көттөрмәҫ ине лә...
Фото: Кремлин.ру.
Читайте нас