Ижад һөйөүселәр күбәйә, замана менән бергә ҡараштар ҙа үҙгәрә, бәлки, һеҙҙә таҡмаҡтар йыйылып киткәндер? Улайһа был конкурс һеҙҙең өсөн! Әйҙәгеҙ дәррәү генә, күңелле итеп таҡмаҡ әйтешеп алайыҡ!
Таҡмаҡтар әйтешендә кәмендә 2 кеше ҡатнашырға тейеш. Таҡмаҡтарҙы төрлө сығанаҡтарҙан алып та, үҙегеҙ уйлап та яҙырға мөмкин. Төшөрөү идеяһы, сюжеты һеҙҙең ҡарамаҡҡа. Йәш сикләүҙәре юҡ. Эштә иң мөһиме башҡорт мәҙәниәтен сағылдырыу, күрһәтә белеү. Милли кейемдәр, башҡорт халыҡ инструменттарын ҡулланыу хуплана.
2. "Үҙенсәлекле башҡарыу"
4. "Тамашасы һөйөүе" ( иң күп "лайыҡ", ҡарау йыйыусы)
Видео оҙонлоғо 3 минуттан артмаһын. Видеояҙмаларҙы "Бәйләнештә"ге "Таҡмаҡ Батл" төркөмөнә "Яңылыҡ тәҡдим итеү" аша ебәрергә кәрәк. Жюри ағзаһы башҡорт телендә һөйләшеү кимәлен, башҡара белеү оҫталығын, мәҙәниәткә ижади ҡарашты баһалаясаҡ.
Эштә мотлаҡ яҙылырға тейеш:
- Ҡатнашыусының исем-шәрифе;
Призлы урынды яулаусылар һәм номинацияла еңеүселәр бүләктәр һәм диплом менән билдәләнәсәк. Бөтә ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырыласаҡ.
Эштәр 30 июнгә тиклем ҡабул ителә. Конкурстың положениеһы түбәндәге документта. Һөҙөмтәләр июлдә билдәләнә, урыны һәм ваҡыты иғлан ителәсәк.
Барығыҙҙы ла ҡатнашырға саҡырабыҙ! Башҡорт халыҡ ижадын бергәләп байытайыҡ, үҫтерәйек! Һеҙҙән ҡыҙыҡлы, матур, сифатлы видеолар көтөп ҡалабыҙ.
Белешмәләр өсөн телефон: 89371665305 (Илүзә Б.)
#ТакмакБатл2020 #ТакмакБатл