"Хөрмәтле ҡала халҡы! Әле генә күрше Ҡыҙыл районынан борсоулы хәбәр килде: 22 март көндө Сибай баҙарында ит һатҡан Ҡыҙыл ауылы кешеһендә коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланды, шулай уҡ уның менән аралашҡан Сбербанктың Ҡыҙыл бүлексәһе хеҙмәткәрендә лә ошо вирус табылған.
Беҙҙең ҡалала Сбербанктың Ҡыҙыл бүлексәһенә һуңғы ике аҙнала мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең булыуы ихтимал.
Улар мотлаҡ үҙизоляция режимын һаҡлап, Сибай дауаханаһына хәбәр итергә тейеш - «Ҡыҙыу линия»ға шылтыратырға. Дауаханаға барып йөрөргә кәрәкмәй. Сирҙең симптомдары күҙәтелгәндә, табипты өйгә шулай уҡ телефон аша саҡырырға: 8-963-909-51-30, 8-927-234-83-80 (көн дә сәғ. 8.00- 20.00). БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Ҡыҙыу линия»һынала шылтыратырға була: 8-347-286-58-27, 8-347-279-91-20.
Тағы ла бер тапҡыр үҙизоляция режимын һаҡларға, профилактик сараларҙы теүәл үтәргә саҡырам.
Хәүефтең уйлағандан яҡыныраҡ булыуы бар. Ҡыҙылдағы хәл быны раҫлай. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!"