Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апреля 2020, 10:54

Сүп-сар түгергә сыҡтыңмы? Икмәк алырғамы?

Паспортыңды онотма!

Үҙәк урамдарҙың береһендә йәшәйем. Карантин иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, машиналар гөрләп тора, тегеләй-былай үткән кешеләр ҙә күренгеләй. Балкон аша тышты күҙәтеп торҙом бер аҙ.
Төшкө аш әҙерләр алдынан сүп-сар сығарып түнергә булып киттем. Бер ыңғайҙан эргәләге магазинға инеп һөт алырға ла кәрәк. Эштәремде тамамлап, өй яғына ыңғайлауым булды, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре туҡтатып, паспортымды һорай. Ә мин ул турала бөтөнләй онотҡанмын. Ярай шелтә менән генә ҡотолдом. Әйткәндәй, ҡулымда перчатка булмауына ла шелтәләп алды. Ҡайтҡас мотлаҡ ҡулымды һәм һөт пакетын һабынлап йыуырға кәңәш итте. Ҡыҙғаныс, телефонымды үҙем менән алмағанмын. Фото төшөрөп алыр инем.
Республика Башлығы указына ярашлы, карантин ваҡытында магазинға, йорт хайуандарын йөрөргә, сүп-сар түгергә, ғөмүмән тышҡа сыҡҡанда паспорт янығыҙҙа булһын.
Читайте нас