Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Марта 2020, 12:35

Кейәүгә сыҡ миңә, тип әйтмәй тор...

Рәсәйҙең Юстиция министрлығы туй үткәрергә йөрөгән парҙарҙың хыялын селпәрәмә килтермәксе.

Ведомство никах теркәүҙе ваҡытлыса кисектереп торорға тәҡдим итә. Насар ниәттән түгел инде. Сәбәбен аңлайһығыҙҙыр.
Министрлыҡ был тәҡдимен төбәктәргә ебәргән. Хәҙер нишләрҙәр?
Быға тиклем теркәлеү көнөн билдәләүселәргә лә ваҡытты һуңғараҡҡа күсерергә тәҡдим ителә. Мәҫәлән, беренсе июндән һуң.
Ҡайһы бер осраҡта ғына парҙар кеше саҡырмайынса теркәлә ала. Өс кеше: кейәү, кәләш һәм дәүләт теркәүсеһе...
Барыһына ла коронавирус ғәйепле. Лутсы аҙ ғына түҙергә тура килә инде.
Фото: vk.com.
Читайте нас