2016 йылдың май айында 32 йәшлек ҡатын Өфө урамында бер ҡыҙ менән танышып, һөйләшеп китә.
Ул ҡыҙ, һеҙҙең ғаиләгеҙгә боҙом һалғандар, шунан ҡотолдора алам, тип вәғәҙәләгәс, ғаиләһендә ысынлап проблемалар кисергән ҡатын ҡыҙға һис бер һүҙһеҙ ышанған.
Был ҡыҙ ҡатындың ышанысын яулап алып, даими рәүештә уны боҙом-сихырҙан "ҡотолдороп" торған. Бушлай түгел, аҡсаға.
Яңыраҡ ҡына ҡатындың күҙе асылып, ул полицияға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан ул ҡыҙ тотолған. 28 йәшлек ҡыҙ Ырымбур өлкәһенән. Ғәйебен танған.
Уға ҡарата енәйәт эше асылған (РФ ЕК 159-сы ст. 4-се б."Мутлыҡ")
Һеҙҙе лә ул алдап йөрөмәнеме?
Фото: БР буйынса ЭЭМ сайтынан.