Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Марта 2020, 20:33

Ауыл хужалығы министры ҡымыҙ эсергә тәҡдим итә

БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, имбирь тирәләй барған ажиотажға комментарий биреп, республика халҡына ҡымыҙ эсергә һәм башҡорт балы ашарға кәңәш иткән.

Белеүегеҙсә, имбирь коронавирустан ярҙам итә икән, тигән хәбәр булғайны, уның хаҡы 350 һумдан 5000 һумға тиклем күтәрелеп китте. Халыҡ уны магазиндан һатып алып бөттө, тиергә була.
«Башҡорт балы, ҡымыҙ, һөт аҙыҡтары күпкә файҙалыраҡ. Шулай уҡ прополис менән балдан әҙерләнгән башҡа файҙалы аҙыҡ-түлектәр ҙә бар. Башҡортстанға етештерелгән яңы аҙыҡтар менән генә туҡланырға кәрәк. Улар иммуниетты күтәрә”, – ти министр.
Фото:Яндекс
Читайте нас