Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Марта 2020, 21:00

1 апрелдән яҙғы саҡырылыш башлана

Рәсәй президенты Владимир Путин 30 мартта 1 апрелдән яҙғы саҡырылыш тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Уға ярашлы, быйыл 1 апрелдән 15 июлгә тиклем 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге бөтәһе 135 мең кешене хәрби хеҙмәткә саҡырыу планлаштырыла.
Оборона министры Сергей Шойгу әйтеүенсә, коронавирус арҡаһында яҙғы саҡырылыш туҡтатылмай. Бынан тыш, Рәсәй армияһы хәрбиҙәре араһында инфекция менән зараланыусылар юҡ, тип белдерҙе ул.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың барыһына ла хеҙмәткә алыр алдынан SARS-CoV-2 вирусына тест үткәрәләр. Хәрби медицина комиссияһын белгестәр һәм өҫтәмә ҡорамалдар менән тәьмин итәсәктәр.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас