Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Марта 2020, 05:50

Владимир Путин Көнсығыш Себерҙән Европаға газ үткәргес һуҙыу тураһында белеште

Рәсәй Президенты «Газпром» компанияһы башлығы Алексей Миллер менән осрашты. Һүҙ былтырғы эш һөҙөмтәләре һәм быйылғы пландар тураһында барҙы. Ҡытайға газ һатыу хаҡында айырым туҡталдылар.

Тәбиғи газыбыҙға ҡытлыҡ кисермәйәсәкбеҙ, тип аңғартты тәүҙә үк Миллер әфәнде. Ер аҫты һаҡлағыстарына 72 миллиард 232 миллион кубометр һалып ҡуйғандар икән. Быныһы яҡшы. Газды сығарыу ҙа бар ҡеүәтенә дауам итә. Әгәр кәрәкһә, ҡулланыусыларға ике тапҡыр күберәк “зәңгәр яғыулыҡ” ебәрә алалар.
Үҙебеҙҙән артҡанын ситкә лә һаталар. Быйылғы күҙаллауҙарға килгәндә, ҙур суммаға инвестиция программаһын ғәмәлгә ашырылар.
Былтыр Владимир Путин Көнсығыш Себер халҡын газ менән тәьмин итеүҙе камиллаштырырға ҡушҡайны. Бының буйынса ла эш бара, тине “Газпром” етәксеһе.
Президент унан Көнбайыш Ҡытайға һатыу нисегерәк буласағын, Себерҙән Европаға газ үткәргес буйынса эш кимәле хаҡында ла һорашты.
Һәм яҡшы мәғлүмәт алды шикелле. Тимәк, “Себер көсө – 2” газ үткәргесе һалына башлаясаҡ. Бик ҙур эш уныһы. Моғайын, аҡса табырҙар.
Фото: Кремлин.ру.
Читайте нас