Ул сит илдән ҡайтыу менән 14 көн өйөндә ултырмай үҙ эшенә тотонған. Вирус таралыуға юл ҡуймау өсөн БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Сибайҙа был көндө ул кешенән ит һатып алыусыларға, уның менән аралашҡандарға табиптар менән бәйләнешкә сығырға ҡушты. Ошо хәлгә бәйле , был эшҡыуар менән аралашҡан, эргәһендә һатып торған 227 кешенән коронавирусҡа анализ алынған. Улар бер ҡайҙа ла сыҡмай өйҙәрендә генә ултырырға тейеш.