Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Марта 2020, 02:56

«Юлдаш» тәҡдим итә: «Әйткәндәй», йәғни ишеттереп әйтеү

Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзитен алдырып, уҡып барыусы хөрмәтле тыңлаусыларыбыҙ. Яҙылғандың уҡылғаны, әйтелгәндең ишетелгәне яҡшы. Шул ишеттереп әйтергә тигән теләктә алып барған тапшырыуҙарыбыҙҙың береһе ул «Әйткәндәй».

Кемдәрҙәндер көлөү, йәберләү, тормошобоҙҙан бысраҡ эҙләү маҡсат түгел. Баҫҡан һайын табанды өйкәп торған, профессорҙы йоҡлатмаған, юрғандың өҫтөнә һәм аҫтына һалһаҡ та, ҡамасаулаған һаҡал һымаҡ ваҡиғалар, күренештәр бар тормошта. Ана шуларҙы үҙебеҙсә баһаларға маташып, шаяртыбыраҡ, бер аҙ йомшартырға ынтылып яҙғанды әйтеп ишеттереү маҡсатыбыҙ. Барыһы ла үҙебеҙҙең тормоштан. Мәҫәлән, донъя илдәре, таж кейҙергән вирус тарала тигәс, ни өсөн бәҙрәф ҡағыҙын күпләп алалар, ә һабынға ихтыяж артмаған, бит-ҡулды йыуырға, тигәйнеләр бит? Етәк­селәребеҙҙең күбеһе – иҡтисад белгесе һәм юрист, әммә иҡтисадыбыҙ һәм закондарыбыҙ ғына ни эшләптер аҡһай... Ошоларға оҡшаш уйҙар һәр беребеҙҙең башынан үтмәй ҡалмайҙыр. Әлбиттә, тоҙон-боросон самалап ҡына өҫтәргә тырышаһың, сөсө лә, артыҡ әсе лә ярамай. Шуны тойоп ҡалһаң, әйтергә була ул тыңлаусы ишетерлек итеп. Төрлө алым ҡулланыу, яҡшы менән яманды ҡаршы ҡуйыу, халыҡ яратҡан фильм-йәнһүрәттәр геройҙарының әйткәндәрен ҡушыу тағы ла тәрәнәйтеп, асып ебәрә ишеттерергә теләгәнде.


Караптар – йыһанды, һәр төрлөһө интернет киңлектәрен иңләгән, телевизор-радио көнө-төнө һөйләгән заманда йәшәйбеҙ. Әйткәндәй, оҙон-оҙаҡ һуҙғанды ла яратмайҙар хәҙер. Ҡыҫҡаһы һәм шул ваҡытта төплөһө кәрәк мәғлүмәттең, беҙ алырға теләгәндең. Әйтер ҙә онотор өсөн генә түгел, әйтелгәндең ыңғай һөҙөмтәһен күрер өсөн ул беҙҙең тормошта яҙылғанды радио тулҡындарында әйткәндәр.


Фото: Т,Аманов
Читайте нас