Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Марта 2020, 06:25

Милли проект: Медицинала иң тәүге ярҙамды ваҡытында күрһәтеү мөһим

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә медицина тармағының беренсел звеноһын модернизациялау саралары ҡаралды.

Бөгөнгө еңел булмаған шарттарҙа Өфө янында яңы инфекция дауаханаһы төҙөлөшө башланды.

- Әле табиптар, инфекционистар, шәфҡәт туташтарына ҙур яуаплылыҡ һалынды. Беҙ табиптарҙы йәлеп итеү өсөн бюджет аҡсаһын арттырырбыҙ, моғайын, - тине Радий Хәбиров.


БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикала медицинаның беренсел звеноһын яңыртыу буйынса проект тәҡдим итте.

Был программаға медицина учреждениелары төҙөү, реконструкциялау, ҡорамалдар алыу, кадрҙар менән тәьмин итеү, тармаҡты цифрлаштырыу кеүек мөһим эштәр инә.


Программаны финанcлауға килгәндә, дөйөм суммаһы 59 миллиард һум тип билдәләнгән. Уның 53 миллиардын федераль ҡаҙнанан алырға иҫәп тоталар.


Республика етәксеһе мәктәптәрҙә яңы асылған стоматология кабинеттарын тейешенсә йыһазландырыуҙы ойошторорға ҡушты.

Шуныһы ла бар: беҙҙә сабыйҙар үлеме юғары ҡала. Был тәңгәлдә, һәр бала өсөн көрәшегеҙ, тип билдәләне БР Башлығы.


Беләһегеҙ, илдә “Һаулыҡ һаҡлау”, ”Демография” милли проекттары ғәмәлгә ашырыла. Уның маҡсатлы күрһәткестәрен өлгәшеү өсөн алда күп бурыс бар.


Фото: vk.com.

Читайте нас