Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Марта 2020, 16:20

Малың сирләһә...

Мал- тыуар ауырып киткәндә, уға иң беренсе ярҙамды күрһәтеү өсөн өйҙә нимәләр булырға тейеш?

Аҡ һәм һары вазелин һыйырҙың ярылған имсәгенә һөртөү, үлән төннәтмәләрен һалып, маздар эшләү өсөн ҡулланыла.
Викасол — эске һәм башҡа төрлө ҡан китеүҙәр булғанда. Ҙур малға – 1 процентлы стерилле эретмәнән 8-10мл, быҙау, башмаҡтарға 1-3мл ҡаҙайҙар.
Ихтиол паразиттарҙы юҡ итеү, эренгә ҡаршы тороу үҙенсәлектәренә эйә. Малдың тиреһе боҙолғанда 10-30 процентлы мазь йәки 10-20 процентлы эретмә ҡулланыла.
Марганцовка – микробтарҙы үлтерә, дезинфекциялай. Шыйыҡ алһыу эретмәне ашҡаҙан-эсәк юлдарындағы инфекцияны дауалағанда эсерәләр. Малдың яраларын да йыуалар.
Бор кислотаһы — аҡ кристаллы порошок. Һыулы эретмәһе күҙҙе, танауҙы, ауыҙ ҡыуышлығын йыуҙыртыу өсөн ҡулланыла.
Камфора– эренгә, микробҡа ҡаршы ҡулланыла. Ауыртыуҙы баҫа. Имсәк биҙҙәре шешкәндә һөртәләр.
Вишневский мазы — асыҡ яраларға һөртөлә. Тире үҫеүҙе тиҙләтә.Яраны тиҙ бөтәштерә.
Һөт кислотаһы — малдың эсе күбенгәндә, эстә әсеү процестарына ҡаршы ҡулланыла. Ҙур малға — 8-15г, атҡа — 5-15, һарыҡ-кәзәгә — 3-9г бирергә кәрәк.
Водород перекисе — бысранған яраларҙы яҡшы таҙарта.
Танин —малдың ашҡаҙаны ауыртҡанда ҡулланыла. Ҙур малға 10-25 г, быуҙауҙарға 1-2г бирелә.
Дегет яралар боҙолмаһын өсөн ҡулланыла. Йәйгеһен һөртһәң, уның көслө еҫе ат-һыйырҙарҙы, башмаҡтарҙы күгәүен талауҙан ҡотҡара.
Антибиотиктарҙы бары тик ветврач ҡушыуы буйынса ғына эсерәләр.
Фото: fb.ru
Читайте нас