Ул һалҡын тейгәндә файҙалы. Тын юлдарын таҙарта, аш эшкәртеү эшмәкәрлеген яҡшырта, үт, һейҙек ҡыуыу үҙенсәлектәренә эйә. Нервыларҙы тынысландыра, йоҡоһоҙлоҡтан дауалай. Был үләндә В1, В2, С, D, A, К витаминдары, эфир майҙары бар. Ауыҙ эсе боҙолғанда ҡулланырға мөмкин. Ләкин мәтрүшкәне сәләмәт кешегә ҡулланырға ярамай. Ул йөклө ҡатындарға зыянлы, сөнки аналыҡты ҡыҫҡарта, бала төшөү, сабыйҙың ваҡытынан алда тыуыу ҡурҡынысын арттыра. Ир-аттар күп ҡулланһа, енси көсһөҙлөккә килтерә.