Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Марта 2020, 07:40

Битлектәр үҙебеҙҙә күпләп етештерелә

Республика еңел сәнәғәт предприятиелары тәүлегенә 43 меңдән ашыу күп ҡулланышлы битлектәр етештерә башланы.

Улар «Башфармация» дәүләт дауаханалары селтәре аша һатыуға сығарыла. Битлектәр тегеү менән шөғөлләнеүсе предприятиелар иҫәбе тәүлек эсендә генә ике тапҡырға артып, әлеге ваҡыттта 35-кә еткән.
Республика етәкселеге тарафынан ҡуйылған маҡсат – тәүлегенә 50 битлек етештереү – яҡын арала тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Бының өсөн тейешле материалдың булыуы ғына шарт. Шулай уҡ төбәккә сит илдән бер тапҡыр ғына файҙаланыла торған битлектәр ҙә килтерелә.
Башҡортостанда етештерелгән битлектәрҙең төп үҙенсәлеге – күп тапҡыр ҡулланыу мөмкинлеге. Бер нисә сәғәттән һуң уны йыуып, үтекләп яңынан файҙаланырға була.
Республикала шулай уҡ дезинфекция сараһы – «Перекись водорода медицинская» – етештерелә. Етештереү күләме тәүлегенә – 10 тоннанан ашыу. Улар 100 грамлыҡ шешәләрҙән алып 60 килограмға тиклемге һауыттарҙа сығарыла.
Фото:Башинформ.
Читайте нас